Методическая копилка

Главная » Статьи » Материалы к урокам

Билеты на экзамен по башкирскому языку

/Doc/imtikhan_khorazary.docx

 Билет № 1

1.    “ Минең ғаиләм”темаһына текст төҙөргә.

2.    Тексты тәржемә итергә.

”Урманда ни өсөн йылы?”

Ҡышҡы һыуыҡ көн. Әсләмурамда йөрөнө лә өшөп өйгә инде. Атаһы урманға

китергә әҙерләнә ине.

-  Улым, әйҙә, урманға икәүләп барайыҡ.

-  Һыуыҡ бит, атай, өшөтә!

-  Өшөтмәҫ! Урманда йылы була ул.

Әсләм ышанманы. Шулайҙа атаһы менән урманға китте.

Атаһы урманда ҡороағастарҙы бысып ауҙара. Әсләм ботаҡтарын ботай. Атаһы ағастарҙы ҡыҫҡа итепбыса. Әсләм уларҙы сана янына ташый. Эшләй торғас, уға эҫе була башланы.Бүркенең ҡолаҡтарын күтәреп бәйләне. Малай атаһынан:

-  Ни эшләп урманда йылы була ул, атай? – тип һораны.

  Утын күп булғанға, -  тип яуап бирҙе атаһы.

3.    Бирелгән һүҙҙәргәкүплек ялғауҙары өҫтәргә һәм ҡуйылышын аңлатырға:

Мәктәп, саңғы, малай,урам, диңгеҙ, синыф.

 

 Билет № 2

1.   “Үҙем тураһында”темаһына текст төҙөргә.

2.   Тексты тәржемә итергә.

Сәскә - тормош йәме.

Ергә яҙ килде. Ҡар ирей, гөрләүектәр аға, йылғалар таша, боҙҙар китә. Беҙ яҙ матурлығын йәшеллектә, ҡоштар моңонда, сәскәләрҙә күрәбеҙ. Иң беренсе үгәй инәй үләне сәскәләнә, унан умырзая сыға.

Сәскәләр йылдан-йыл аҙая, сөнки кеше уларҙы күпләп йыя, тәбиғәттең йәмен ебәрә.

Сәскә - тормош йәме.Уларға ҡарап һоҡланайыҡ, һаҡлайыҡ.

3.    Ниндәй? һорауына яуап биргән10 һүҙ яҙырға һәм 5 һөйләм төҙөргә.

 

 Билет № 3

1.   “Китапханала” темаһына диалог төҙөргә.

2.   Тексты тәржемә итергә.

Бөрйән яҡтары.

Бөрйән яҡтары бик матур. Унда төрлө ағастар үҫә. Бейек тауҙар болоттарға тейеп торған кеүек күренә. Тау йылғаларының сылтырап аҡҡан һыуы бик тәмле. Урмандарында ҙур айыуҙар, уҫал бүреләр, хәйләкәр төлкөләр, йүгерек ҡуяндар, етеҙ тейендәр йәшәй.Тау итәктәрендә тәмле еләктәр үҫә.

3.   Бирелгән һүҙҙәрҙеңантонимдарын табырға

Һыуыҡ –                                          матур -

Көн –                                               йәй -

Алыҫ –                                             яй-

Ҡаты –                                            килде –

 

 Билет № 4

1.“Яҙ етте” темаһынатекст төҙөргә.

2.   Тексты тәржемә итергә.

Ҡыш яҡынлаша.

Ағас япраҡтары һарғайҙы. Йүкә, саған, ҡайын ағастары япраҡтарын ҡоялар. Көндәр ҡыҫҡара, төндәр оҙая. Ямғырҙар тәүлекләп, аҙналап яуа. Күпселек ҡоштар алыҫ юлға йыйына. Яр ҡарлуғастары, торналар, сыйырсыҡтар көньяҡҡа йүнәлделәр. Оҙаҡламай төньяҡтан беҙгә ҡыҙыл түштәр осоп килерҙәр. Ҡуяндар, бурһыҡтар, тейендәр, айыуҙар, бүреләр тундарын алмаштыралар.

3. Ҡылымдарҙы хәҙерге заманда яҙырға  һәм 5 һөйләм төҙөргә:

әйтергә, сығырға,һөйләргә, йүгерергә, хушлашырға, йәшәргә.

 Билет № 5

1.  “Башҡортостан”темаһына текст төҙөргә.

2.    Тексты тәржемә итергә.

Һин беләһеңме?

Урман бик файҙалы.Йылға, күл буйҙарындағы ағастарҙы ҡырҡырға ярамай. Ҡыуаҡлыҡтар ҡырылып бөтһә,йылғаларҙың һыуы кәмей. Күлдәр кибә. Йылғаларҙы башлап ебәреүсе шишмәләр ҡорой.Урманһыҙ ерҙә дым аҙ була. Йылғаларҙа балыҡтар аҙая. Урманды һаҡлағыҙ, ағастар ултыртығыҙ!

3.         Бирелгән һүҙҙәргәэйәлек килеш ялғауҙарын өҫтәп, һүҙбәйләнештәр төҙөргә:

Ҡустым, яҙыусы,уҡыусы, ҡала, Башҡортостан, китап, урам, тәбиғәт, өй, ашхана.

 

 Билет № 6

1. “Беҙҙең мәктәп”темаһына текст төҙөргә.

2.  Тексты тәржемә итергә.

Декабрҙә

Башҡортостанда ҡыш ноябрь айында уҡбашлана. Күлдәр, йылғалар, быуалар боҙ менән ҡаплана. Ағастар яланғаслана. Тик шыршы һәм ҡарағайҙар ғына йәшел булып ултыра. Ер аҡ ҡарға күмелә. Ҡоштар һайрамайҙар. 22 декабрҙә иң ҡыҫҡа көн һәм иң оҙон төн була. Сатлама һыуыҡтар башлана. Ҡоштар һәм йәнлектәр йылдың ауыр миҙгелен кисерәләр.

3. Мәғәнәләре тап килгән сифаттарҙы һайлап яҙығыҙ.

Тау, ер, һауа, тупраҡ, япраҡ, ялан, урман.

Белешмә өсөн һүҙҙәр: бейек, ҡара, ҡойолған,киң, йәшел, һөрөлгән, зәңгәр,   һары,саф.

 Билет № 7

1.“Өфө ҡалаһы ”темаһына текст төҙөргә.

2.  Тексты тәржем2 итерг2

 Асылыгүл.

Асылыгүл Башҡортостандың Дәүләкән районында, ҡаланан 35 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Күлдең киңлеге – 5, оҙонлоғо 8 километрға етә. Тәрәнлеге 7 метрҙан артмай. Һыуы таҙа, әскелтем тоҙло. Асылыгүл буйы һирәк осрай торған йәнлектәргә һәм үҫемлектәргә бай. Элек уның тирә-яғы ылыҫлы урман булған. Ҡыр ҡаҙҙары ,аҡҡоштар, өйрәктәр көньяҡтан ҡайтҡанда күлгә төшәләр. Асылыгүл – ҡиммәтле тәбиғәт ҡомартҡыһы.

 3. Ғаилә, апайым һүҙҙәрен килеш менән үҙгәртергә.

 

 Билет № 8

1.  “Ҡышҡы көн” темаһына текст төҙөргә.

2. Тексты тәржемәитергә.

Урал.

Урал тауы ҡаҙылмабайлыҡтары менән дан тота. Уралда нефть, тимер, баҡыр, алтын күп. Унда мәрмәр,йәшмә, малахит таштары төҙөлөштә киң ҡулланыла. Уралдың ҡыҙыл мәрмәр ташы менән Мәскәүҙәге метро станциялары биҙәлгән. Санкт-Петербургтағы Эрмитаждың бер бүлмәһе Урал малахиты менән эшләнгән.

3. Бирелгән һүҙҙәргә ҡылымдар өҫтәп, һүҙбәйләнештәр яҙырға һәм тәржемә итергә.

Ат, табип, уҡытыусы,һандуғас, ашнаҡсы, эт, шағир, әтәс.

Билет № 9

1.    “Аҙыҡ-түлекмагазинында” темаһына диалог төҙөргә.

2.    Тексты тәржемә итергә.

Яҙ һулышы.

Ҡояш көндән-көннығыраҡ йылыта. Ҡарҙар ирей. Өй түбәләренән, аҙбар ҡыйыҡтарынан тамсылар тама.Тау биттәре асылды. Тәүге бәләкәй йырғанаҡтар күренде.

Тәбиғәт көндән-көнйәнләнә бара. Соҡорҙарҙан шаулап ҡар һыуҙары аға. Тау битләүҙәрендә үләндәрйәшәрә. Тәүге сәскәләр ҡалҡып сыҡты. Сыйырсыҡтар һәм һабан турғайҙары һайрай.Яҙ көнө бөтә нәмә яңынан йәшәй башлай.

3.    Бирелгән ҡылымдарҙыбилдәле үткән заманда яҙығыҙ һәм 5 һөйләм төҙөгөҙ:Барырға, йоҡларға,күрергә, ҡайтып китергә, ял итергә, хушлашырға.

 

 Билет № 10.

1.    “Башҡортостан тәбиғәте” темаһына текст төҙөргә.

2.    Тексты тәржемә итергә.

Йыл миҙгелдәре.

Көҙ, ҡыш, яҙ, йәймиҙгелдәренең иң яҡшыһын һайларға ҡушһалар, быны эшләүе ауыр булыр ине. Сөнкиһәр йыл миҙгеленең үҙенсә матурлығы, яҡшылығы бар.

Ҡыш сана, конькишыуаһың, рәхәтләнеп саңғыла йөрөйһөң. Көҙ айҙары мул уңыш, ҙур байлыҡ килтерә.Яҙ айҙары ҡар иреүе, боҙ китеүе, бөтә тәбиғәттең уяныуы менән күңелле. Йәйкөндәре йылы, матур була. Йәй кешеләргә нығыраҡ оҡшай. Сөнки йәй ял итәһең, һыуинәһең, балыҡ тотаһың.

3.    5 һорау һөйләм төҙөргәһәм яуап бирергә.

 

 Билет № 11

1.    “Туҡталышта” темаһына диалог төҙөргә.

2.    Тексты тәржемә итергә.

Илем – Башҡортостаным.

Башҡортостан – бик бай ил. Унда нимәләр генә юҡ! Аҡ бүрекле тауҙар ҙа, ҡылғанлы киң яландар ҙа, көмөш һыулы йылғалар ҙа, зәңгәр күлдәр ҙә, икһеҙ-сикһеҙ урмандар ҙа күп бында.

Беҙ йәшәгән ерҙең байлыҡтарын һанап бөткөһөҙ. Нефть һәм газ, күмер һәм металл, алтын һәм баҡыр –бөтәһе лә бар бында.

Шулай уҡ ҡиммәтле тиреле хайуандары, иҫ киткес балы менән дан тота Башҡортостан.

3.    Рәт һандары ҡулланып,5 һөйләм яҙырға.

 Билет № 12

1.    “Көн тәртибе” темаһына текст төҙөргә.

2.    Тексты тәржемә итергә.

Һыу – байлыҡ.

Һыу – тәбиғәттең иң ҡиммәтле байлығы. Унан башҡа тормош юҡ. Башҡортостан йылға, күлдәргә бик бай.Беҙҙә 2000 күл, 52 ҙур йылға бар. Йылғаларҙың дөйөм оҙонлоғо 42 мең километр тәшкил итә, һәр квадрат километрға 300 метр ағын һыу тура килә. Башҡорттар йылға һәмкүлдәр тураһында йырҙар, легендалар ижад иткән.

3.    Бирелгән ҡылымдарҙы билдәһеҙ үткән заманға ҡуйып, һөйләмдәр төҙөргә.

Килергә, ашарға, ярҙамитергә, яҙырға, юғалтырға.

 

 Билет № 13

1.    “Йәйге каникулда”темаһына текст төҙөргә.

2.    Тексты тәржемә итергә.

Красная книга.

Есть такая книга. Почему она так названа? Красный цвет означает запрет. ” О каком же запрете говорится в “Красной книге”? В ней приводится список редких и исчезающих диких животных. На них по всей стране запрещается ловля и охота.Этот список большой. В нем около 600 названий. Сюда вошли и редкие животные Башҡортостана.

3.    Бирелгән һандарҙыдөрөҙ яҙырға һәм 5 һөйләм төҙөргә.

 11, 69, 365,450, 1774, 2010.

 

 Билет № 14

1.    “Минең тыуған көнөм”темаһына текст төҙөргә.

2.    Тексты тәржемә итергә.

Янғантау.

Республикабыҙҙың Салауатрайонында Янғантау шифаханаһы урынлашҡан.

Унда ер аҫтынан бертуҡтауһыҙ эҫе пар һәм газ сығып ята. Тау 200 йылдан ашыу ғалимдарҙың иғтибарын үҙенә йәлеп итә, ләкин әлегә тиклем уның сере асылғаны юҡ.Янғантау шифаханаһы янында Ҡорғаҙаҡ йылғаһы аға. Был шишмә ҡышын да туңмай. Ундағы һыуҙың температураһы йыл буйы 16-18 градус була. Һыуы бик шифалы, төрлө ауырыуҙарҙан дауа.

3.    Бирелгән ҡылымдарҙы өс заманға ла ҡуйып яҙырға.

Белергә, һөйләшергә,яратырға, һатып алырга

 

Билет № 15

1.    “Бөйөк башҡорттар”темаһына (һайлап 1 шәхес тураһында) текст төҙөргә.

2.    Тексты тәржемә итергә.

Башҡортостан тарихынан.

Башҡортостандың ере бик ҙур, тарихы бик бай. 1557 йылда башҡорт халҡы үҙ теләге менән Урыҫ дәүләтенә ҡушылған. Шунан башлап башҡорт халҡы урыҫ халҡы менән татыу ғүмер кисерә.

1773-1775 йылдарҙа башҡорт крәҫтиәндәре урыҫ крәҫтиәндәре менән бергә батшаға ҡаршы һуғышҡан. Башҡорт атлы ғәскәрҙәренә Салауат Юлаев етәкселек иткән.

1812 йылда атаҡлы Бородино яланында өс тиҫтәгә яҡын башҡорт полкы һуғышҡан. Улар Парижға ла барып еткәндәр.

3.    Бирелгән һүҙҙәрҙеңниндәй килештә тороуын әйтергә һәм тәржемә итергә.

Һауала, китаптан,Стәрлетамаҡҡа, атайым, уҡытыусыны, кешенең.

Категория: Материалы к урокам | Добавил: aryarmuhametova (10.01.2016)
Просмотров: 939 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar